Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь , 07:30

«Ҡышҡы романс» республика актёр йыры конкурсы ҡатнашырға саҡыра!

Республикабыҙҙа билдәле башҡорт композиторы Рим Хәсәнов призына «Ҡышҡы романс» республика актёр йыры конкурсы ойошторола.

«Ҡышҡы романс» республика актёр йыры конкурсы ҡатнашырға саҡыра!
«Ҡышҡы романс» республика актёр йыры конкурсы ҡатнашырға саҡыра!

 Уны  «Башҡортостан» дәүләт концерт залы Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында үткәрә. Еңеүселәргә приздар, бүләктәр һәм аҡсалата гранттар биреләсәк.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн композитор Рим Хәсәнов спектаклдәренең репертуарынан йырҙар яҙҙырылған видеофайлдар ебәрергә кәрәк. Анкета әлеге йылдың 1 декабренә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

Баһалама төркөмө конкурстың икенсе этабына 20 ҡатнашыусыны һайлап ала. Икенсе этап һәм бүләкләү тантанаһы 12 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк, ошонда уҡ  конкурс еңеүселәре иғлан ителәсәк.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в