+18 °С
Болотло
Кисен Шишмә районында, Шишмә-Аксенов-Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 22-се саҡрымында, Өфөнән 24 йәшлек ҡыҙ идара иткән "Volkswagen Polo" менән 40 йәшлек ир идара иткән "Renault Logan" машиналары бәрелешкән. "Volkswagen" водителе, уның 23 йәшлек пассажиры ауыр йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Тағы ла бер пассажиры, 35 йәшлек ҡатын, медицина ярҙамы күрһәтелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған. Көслө ҡар яуғанда теркәлгән юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.
Ҡар яуғанда фараларҙы мотлаҡ ҡабыҙып, аҡрын ғына хәрәкәт итергә кәрәк. Юлдарҙың ситендәге көрт - бик хәүефле, шуны онотмағыҙ!
Фото: БР ЮХХДИ.