Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 14:30

Вахтасылар автобуста аварияға тарыған

Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендә теркәлгән. 74.RU баҫмаһы хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән, 07:40 сәғ., М-5 трассаһының 1568-се саҡрымында, Эҫем һәм Әшә ҡалалары араһында, "MAN" йөк машинаһы пассажирҙар автобусына бәрелгән.

Вахтасылар автобуста аварияға тарыған
Вахтасылар автобуста аварияға тарыған

Йөк машинаһы Уссурийскиҙан Мәскәүгә китеп барған, ә 50 йәшлек водитель идара иткән "ПАЗ" автобусы Башҡортостан яғынан хәрәкәт иткән. 10 вахтасы, юл эшселәре, М-5 трассаһын төҙөүгә юлланған булған.  

Силәбенең ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 59 йәшлек водитель йөк автомобилендә ремонт эштәре барған ерҙә юлдың ҡаршы һыҙатына сығып, автобус менән бәрелешкән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә автобус пассажиры, 1961 йылғы ир, ваҡиға урынында йән биргән, тағы ла биш пассажир медицина учреждениеһына оҙатылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Вахтасылар автобуста аварияға тарыған
Вахтасылар автобуста аварияға тарыған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: