Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 18:00

"Сулпан" халыҡ вокал ансамблен еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Благовар районының Языков ауылында Рим Хәсәновтың йырҙарын башҡарыусылар араһында "Сәскәләр уяныр" тип аталған республика конкурсы үтте.

"Сулпан" халыҡ вокал ансамблен еңеү менән ҡотлайбыҙ!
"Сулпан" халыҡ вокал ансамблен еңеү менән ҡотлайбыҙ!

Сара Благовар районында тыуып үҫкән билдәле башҡорт композиторы Рим Мәхмүт улы Хәсәновтың йыр ижадын һаҡлау һәм популярлаштырыу маҡсатында 2015 йылдан алып уҙғарыла.

Конкурсты ойоштороусылар - Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Благовар районы хакимиәте. Ижади бәйгелә ҡатнашыусыларҙың оҫталығын Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, сәнғәт фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал сәнғәте кафедраһы профессоры Иҙрис Мөҙәрис улы Ғәзиев (рәйес); Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова; Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының эстрада-джаз башҡарыу һәм тауыш режиссураһы кафедраһы доценты Слягузова Светлана Әнүәр ҡыҙы баһаланы.

Бәйгелә үҙешмәкәр һәм профессиональ яңғыҙ башҡарыусылар, вокаль коллективтар көс һынаған. Ҡатнашыусыларҙың йәше - 16 йәштән. Быйыл конкурста ҡатнашырға республиканың 5 ҡалаһынан һәм 26 районынан 78 ғариза килгән, йәмғеһе 250-гә яҡын кеше ҡатнашҡан. Ансамблдәр һәм солистар композитор Рим Мәхмүт улы Хәсәнов яҙған ике төрлө әҫәрҙе башҡарған.

Гала-концертта маэстро үҙе лә булған.

- Благовар районы һәр ваҡыт минең йөрәгемдә, хатта урындағы Ҡармасан йылғаһының һыуы ла изге кеүек, райондан сыҡҡан кешеләр һәр ваҡыт яҡшы физик әҙерлеге һәм һәләттәре менән айырылып тора, - тигән яҡташтары алдында сығыш яһағанда Рим Мәхмүт улы. Ул "Өфө - илһам сығанағы, көс һәм изгелек йөрәге" тигән яңы йырҙы башҡарған.

Данлы яҡташын Благовар халҡы бик йылы ҡаршы алып, март айында билдәләнгән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлаған. Шулай уҡ был кистә район мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә Благовар районынан сыҡҡан тағы бер билдәле кеше - Болошло ауылынан популяр эстрада йырсыһы Рөстәм Асаев сығыш яһаған.

Ә инде "Сәскәләр уяныр" республика конкурсында Күмертау ҡалаһының "Сулпан" башҡорт халыҡ вокал ансамбле Гран-приға лайыҡ булған.

- Улар Рим Хәсәновтың "Кисер мине, әсәй, ғәфү ит!” йыры менән тамашасыларҙы илатты, - тип яҙа Рәйлә Сәлихова.

Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: Благовар районы хакимиәтенең мәғлүмәт бүлеге.

"Сулпан" халыҡ вокал ансамблен еңеү менән ҡотлайбыҙ!
"Сулпан" халыҡ вокал ансамблен еңеү менән ҡотлайбыҙ!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: