Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 15:30

РФ Хөкүмәте 2023 йылға вуздарҙа маҡсатлы уҡыуға ҡабул итеү квотаһын раҫланы

Хөкүмәт йыл һайын уларҙың процентын төбәктәрҙең ғаризалары нигеҙендә билдәләй.

РФ Хөкүмәте 2023 йылға вуздарҙа маҡсатлы уҡыуға ҡабул итеү квотаһын раҫланы
РФ Хөкүмәте 2023 йылға вуздарҙа маҡсатлы уҡыуға ҡабул итеү квотаһын раҫланы

Медицина һөнәре буйынса бюджет урындарының күбеһе киләһе йылда маҡсатлы буласаҡ: "Дауалау эше" (специалитет) - 75%, "Педиатрия" (специалитет) - 76%, шулай уҡ дефицит булған ординатура һөнәрҙәре - 100%.

Маҡсатлы урындарҙың 70 проценты самолеттар һәм вертолеттар эшләү, тимер юлдарҙы эксплуатациялау, поездар хәрәкәтен тәьмин итеү системалары өлкәләрендә эшләйәсәк белгестәр өсөн бүленгән. "Тимер юлдар, күперҙәр һәм транспорт тоннелдәре төҙөү", "Авиация һәм ракета двигателдәрен проектлау", "Радиоэлектрон системалар һәм комплекстар" һөнәрҙәре буйынса 60 процент урын ҡаралған. Бөтә һөнәрҙәр буйынса аспирантураға урындар - 33%. Маҡсатлы йүнәлтмә буйынса ҡабул ителгән абитуриенттар буласаҡ эш биреүсе иҫәбенә бушлай уҡый һәм диплом алғандан һуң эш биреүселә кәмендә өс йыл эшләргә тейеш.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: