Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 13:30

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә утыҙҙан ашыу ярҙам итеү төрө эшләй

Башҡортостанда федераль законға өҫтәмә рәүештә махсус хәрби операцияға алынғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә төбәк ярҙам итеү саралары ҡабул ителгән. 

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә утыҙҙан ашыу ярҙам итеү төрө эшләй
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә утыҙҙан ашыу ярҙам итеү төрө эшләй

Әлеге ваҡытта төбәк кимәлендә утыҙ ярҙам сараһы эшләй ҙә инде, тағы ла өс ярҙам төрө (газ үткәреү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, транспортҡа һалым) ғәмәлгә ашырыу стадияһында. Был турала Хеҙмәт, ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Айгөл Гәрәева "Дөрөҫөн әйткәндә" тапшырыуында һөйләне.

Ярҙам саралары тураһында ошо чат-бот аша белешергә мөмкин: https://t.me/MPodderzhkiBashkortostanBot

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: