Тикшереү версияһы буйынса, ғәйепләнеүсе йыл дауамында фиктив документтар нигеҙендә хоккей, йәйге спорт төрҙәре, шулай уҡ велоспорт буйынса ярыштап ойоштороуға аҡса алған. Ләкин күрһәтелгән саралар уҙғарылмаған. Дөйөм алғанда чиновникка 163 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән, уны ул үҙ мәнфәғәтенә тотонған.
Бынан тыш, ир муниципаль учреждение директорын алдаған һәм өҫтәл теннисы буйынса күнекмә уҙғарған өсөн законһыҙ рәүештә 50 мең һумға яҡын аҡса алған. Билдәле булыуынса, ул күнекмәлә бөтөнләй ҡатнашмаған.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен өлөшләтә таныған. Енәйәт эше Мәләүез районы судына ебәрелгән.
Фото: Т. Аманов