Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 08:30

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 19 ноябрҙә, Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 2-7, төньяҡ-көнсығышта 12-17, көндөҙ - 0-5, төньяҡ-көнсығышта 7-12 градус һалҡын.

Йәкшәмбе, 20 ноябрҙә, башлыса яуым-төшөмһөҙ, төндә көньяҡта бер аҙ ҡар яуасаҡ. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә - 10-15 метр, аяҙытҡанда 18-23, көндөҙ- 5-10, төньяҡ-көнсығышта 15 градусҡа тиклем һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: