Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь , 22:30

Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!

Меңйетәр ауыл мәҙәниәт йортоноң "Аҡ тирмә" өлгөлө башҡорт фольклор коллективы "Дуҫлыҡ каруселе" конкурсында "Театр ижады" номинацияһында I урын яулаған. Ә коллективтың етәксеһе Лилиә Ғәлимйәнова "Биҙәү-ҡулланма ижад" номинацияһында икенсе дәрәжә лауреат булған. 

Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә "Дуҫлыҡ каруселе" Бөтә Рәсәй милли мәҙәниәттәр фестиваль-конкурсы Новгород өлкәһендә үтте. Фестивалдә 257 коллективтан 2500-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Балалар конкурста башҡорт милли йолаһын күрһәтһә, коллектив етәксеһе башҡорт милли ҡурсаҡтары менән таныштырған. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: Л.Ғәлимйәнова.

Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Иглин районының йәш актерҙары - Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в