+1 °С
Ясна
Полицияға Мәғариф урамындағы йортта йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. Улар ҡаршылағы йорттоң тәҙрәһенән бер ирҙең бесәйҙе ташлауы тураһында хәбәр итә. Шаһиттар енәйәтсене телефон камераһына төшөрөп өлгөргән.
Тиҙҙән полицейскийҙар ғәйепләнеүсенең шәхесен асыҡлаған. Ул 40 йәшлек Өфөлә йәшәүсе булып сыҡҡан. Ир үҙ ғәйебен таныған һәм ул ваҡытта ныҡ иҫерек булғаны хаҡында әйткән.
Фото: Т. Аманов