Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 13:55

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы үтәсәк

"Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығындағы эштәрҙе әүҙемләштереү, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү, гүзәл зат вәкилдәре эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһен баһалау маҡсатында 8 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезын уҙғарырға йыйына", - тип хәбәр итә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина.

Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы үтәсәк
Өфөлә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезы үтәсәк

Съезда мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, дәүләт телдәрен өйрәнеү, йәш быуынды тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ көн тәртибендә "Ҡатын-ҡыҙ — Милләт әсәһе" Бөтә Рәсәй проектын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу, яңы идара составын һәм Совет структураһын раҫлау, 2023 йылға эш планын ҡабул итеү бурысы тора.
⚡️Республика райондарынан һәм ҡалаларынан делегаттар онлайн рәүештә ҡатнашасаҡ.
- Әлеге көндәрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте Советы ағзалары съезды ойоштороу эштәрен алып бара. Съезд тураһындағы мәғлүмәттәр менән таныштырып торорбоҙ, - тип яҙған социаль селтәрҙә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Фото: vk.com

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: