Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 16:30

Бысаҡ менән янап, пенсионерҙы талаған

Кисә кисен Дәүләкәндә 61 йәшлек пенсионерҙың фатирына бер ҡатын баҫып инеп, тупһанан уҡ биш мең һум талап итә башлаған, йәнәһе лә, ул аҡсаны ошо өйҙә онотоп ҡалдырған. Саҡырылмаған ҡунаҡта байтаҡ ваҡыт элек өйөндә йәшәп киткән ҡатынды сырамытып, хужабикә уға, аҡсаңды күрмәнем, кеше әйберенә теймәнем, тип аңлата. Ләкин элекке "квартиранты" бысаҡ менән янағас, үҙенең аҡсаһын бирергә мәжбүр була.

Бысаҡ менән янап, пенсионерҙы талаған
Бысаҡ менән янап, пенсионерҙы талаған
 

Тиҙҙән енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре быға тиклем бер нисә тапҡыр, шул иҫәптән урлашҡаны өсөн дә, хөкөм ителгән 32 йәшлек ҡатынды эҙләп тапҡан.

Ул үҙ ғәйебен таныған, асыҡланыуынса, пенсионерҙың аҡсаһын эскегә тотонған.

Әлеге ваҡытта енәйәт эшен ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: