Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 13:15

Башҡортостандың ирекле батальондарына яңы автомобиль техникаһы

- Был - Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондарға юлланасаҡ техниканың бер өлөшө. Ул яугирҙарыбыҙҙы көсәйтер һәм уларға махсус хәрби операция бурыстарын үтәргә ярҙам итер, - тип яҙҙы республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. 

Башҡортостандың ирекле батальондарына яңы автомобиль техникаһы
Башҡортостандың ирекле батальондарына яңы автомобиль техникаһы

- Баштан уҡ ирекмәндәрҙе техника, амуниция һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итергә һөйләшеп килешкәйнек. Яҡташтарыбыҙға беҙҙең предприятиелар, битараф булмаған кешеләр ҙә әүҙем ярҙам итә. Иртәгә был машиналар гуманитар конвой менән бергә Волга буйы хәрби округы зонаһына барасаҡ. Йөк составында - ҡышҡы экипировка, егеттәр һораған әйберҙәр, посылкалар һәм өйҙән хаттар. Яугирҙарыбыҙҙы хәстәрләгән һәр кемгә рәхмәт! 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: