Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Ноябрь 2022, 13:00

Баш ҡалала ике көнгә Мостай Кәрим урамы ябыла

21 ноябрҙә иртәнге сәғәт һигеҙҙә Мостай Кәрим урамында (Чернышевский урамынан Коммунистик урамына тиклем) транспорт хәрәкәте тулыһынса ябыла. Был сикләү ут бағаналарын һүтеп алыуға бәйле. Эштәрҙе 22 ноябрҙә киске сәғәт биштәрҙә тамамлаясаҡтар.

Баш ҡалала ике көнгә Мостай Кәрим урамы ябыла
Баш ҡалала ике көнгә Мостай Кәрим урамы ябыла

Уңайһыҙлыҡтарҙы аңлап ҡабул итергә һәм маршруттарҙы алдан планлаштырырға кәңәш ителә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: