Ике бананды турап, блендерға һалырға һәм ике йомортҡа, 30 г какао, 4 г ҡамыр ҡабартҡыс менән бутарға. Масса әҙер булғас, уны махсус һауытҡа бушатып, 8 минутҡа микротулҡынлы мейескә ҡуйырға. Бешкәс, тәрилкәгә түңкәрергә.
Айырым бер һауытта 50 г ҡара шоколадҡа 30 мл һөт ҡойорға, 15 г аҡ май һалырға һәм микротулҡынлы мейестә 2 минут иретергә. Шул шыйыҡ массаны баяғы бисквит өҫтөнә ҡойоп, матурлап тигеҙләргә. 15 – 20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торһағыҙ, бик тәмле десерт килеп сыға. Өҫтөн йәнегеҙ теләгәнсә биҙәй алаһығыҙ, былай ҙа телеңде йоторлоҡ була.