Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 12:09

Яңы вирус тиҙ тарала

Коронавирустың яңы штамы – “Цербер” йөрөй арабыҙҙа. Шулай уҡ “Омикрон BQ.1” тип аталған варианты ла теркәлгән. Улар башҡаларына ҡарағанда шәберәк тарала.

Яңы вирус тиҙ тарала
Яңы вирус тиҙ тарала

Әле COVID – 19 Рәсәйҙең 20 төбәгендә көсәйгән икән. Шул иҫәптән, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә лә. Һуңғы ике көндә беҙҙә лә йоҡтороусылар һаны артҡан.

Табиптар дауахананан тыш пневмония таралыуын да белдерә.

Иң мөһиме – һаулыҡты һаҡлау, сынығыу, иммунитетты нығытыу, вакцина йә ревакцина яһатыу, ә сирләп киткәндә, мотлаҡ табиптарға күренеү.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: