Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 09:38

Яңы байрам булдырылды

Теүәлерәк әйткәндә, ул - һөнәри байрам. Кисә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 48-се ултырышында депутаттар тарафынан шуға бәйле закон ҡабул ителде.

Яңы байрам булдырылды
Яңы байрам булдырылды

Республика парламентында "Башҡортостанда Сәнәғәт эшсәндәре көнөн булдырыу тураһында"ғы закон ҡаралды һәм хупланды.

Һөнәри байрам 1 декабрҙә билдәләнәсәк. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тап ошо көндө "Башҡортостан Республикаһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында"ғы закон ҡабул ителгән.

Әйткәндәй, бындай һөнәри байрам Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә бар.

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: