Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 14:45

Һөйөнсө! Пособие арта

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Опекундарға (попечителдәргә) баланы аҫрауға аҡса средстволарын түләү тәртибе һәм күләме тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы БР Законын ҡабул итте.

Һөйөнсө! Пособие арта
Һөйөнсө! Пособие арта

Документҡа ярашлы, тәрбиәгә алыусы, патронат ғаиләгә опекаға һәм попечителлекә бирелеүсе етем балаларҙы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы аҫрауға айлыҡ пособие күләме 2023 йылдың 1 ғинуарынан 10 процентҡа артасаҡ, тип хәбәр итәләр Ҡоролтайҙан. 

Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мәғлүмәте буйынса, өс йәшкә тиклемге баланы аҫрауға пособие 7 143 һумдан 7 857 һумға тиклем, өс йәштән өлкән балаға – 6 868 һумдан 7 555 һумға тиклем артасаҡ. Үҫешендә етешһеҙлектәре булған өс йәшкә тиклемге балаларға пособие бер айға 9 428 һум, өс йәштән өлкән балаларға 9 066 һум буласаҡ.

– Законды ғәмәлгә ашырыу өсөн сығымдар 100 млн һум тирәһе тәшкил итәсәк, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: