Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 23:15

Водителдәр, алыҫ юлға сыҡмауығыҙ хәйерле

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов водителдәргә алыҫ юлға (айырыуса төндә) сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итә: "Башҡортостанда әлеге ваҡытта һауа шарттарының боҙолоуы - яуым-төшөмдөң, елдең көсәйеүе күҙәтелә, буран сығыуы ихтимал. Юлдарҙа урыны менән боҙлауыҡ, көрт һалған". 

Водителдәр, алыҫ юлға сыҡмауығыҙ хәйерле
Водителдәр, алыҫ юлға сыҡмауығыҙ хәйерле

Тиҙлекте юлдағы хәл-торошто иҫәпкә алып һайларға кәрәк.

Хәрәкәт иткәндә машиналар араһында дистанцияны, интервалды һаҡлау мөһим.

Киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡаршы һыҙатҡа сыҡмаҫҡа.

Урам сатында, йәйәүлеләр үткәүелендә үтә иғтибарлы булыу зарур.

Йәйәүлеләргә лә юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булырға кәрәк, ә ҡараңғы ваҡытта кейемдә йәки әйберҙә мотлаҡ яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булһын.

Бындай ҡатмарлы һауа шарттарында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Юлда ҡатмарлы хәлдәр килеп тыуған осраҡта юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар тәүлек әйләнәһенә Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына мөрәжәғәт итә ала. Хеҙмәткәрҙәр һәр яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡ.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: