Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 17:30

Тәүлек эсендә муттар 19 кешене алдаған

Көн һайын мутлашыусылар тураһында яҙабыҙ, полиция хеҙмәткәрҙәре лә халыҡты бер туҡтауһыҙ иҫкәртеп тора, әммә муттарҙың тоҙағына ҡабыусылар һаны кәмемәй: өлгәре көн аферистар 18 кешене 4,5 миллион һумға алдағандар, ә кисә 19 кешенең өс миллион һумдан ашыуыраҡ аҡсаһын урлағандар.

Тәүлек эсендә муттар 19 кешене алдаған
Тәүлек эсендә муттар 19 кешене алдаған

Илеш районынан 54 йәшлек ҡатын "брокер"ҙың татлы теленә ышанып, бер нисә ай дауамында шикле иҫәпкә аҡса күсергән. Йәһәт кенә байырға теләгән ҡатын, әлбиттә, бер тин дә дивиденд ала алмаған. Кеҫәһе генә ныҡ йоҡарған, сөнки зыян күләме - 2 миллион 900 мең һум.


Өфөнән 40 йәшлек ир бушлай иғландар сайты аша прожектор һатып алырға ниәтләп, "һатыусы"ның һорауы буйынса алдан 75 мең һум аванс күсергән. Тик уға тауар ебәреүсе кеше булмаған шул. "Һатыусы" сайттан юғалған...


Благовар районынан 48 йәшлек ир ялған "банк хеҙмәткәре"нең, билдәһеҙ әҙәмдәр иҫәбегеҙҙән аҡса урларға маташалар, быға юл ҡуймаҫ өсөн кредит алырға ла, "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә кәрәк, тигән алдағына ышанып, уға 750 мең һум кредит аҡсаһын бүләк иткән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: