Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 14:30

Сәсегеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?

Бәғзе берәүҙәр шундай шәп кәңәш бирә.

Сәсегеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?
Сәсегеҙҙе нисек йыуаһығыҙ?

Шампунгә ябай сода ҡушырға кәрәк. Һөҙөмтәһе: сәсегеҙ йылҡылдап торор, ҡабарып китер.

Тик белегеҙ: соданы күп һалырға ярамай. Мәҫәлән, бер ҡалаҡ шампунгә ярты балғалаҡтан әҙерәк сода һалырға мөмкин. Тәүҙә ҡатнашманы яҡшылап болғарға кәрәк, сода иреп бөтөргә тейеш.

Әйткәндәй, сәсте эҫе һыу менән йыуыу зыянлы. Киреһенсә, иң аҙаҡтан һалҡынса һыу менән сайһағыҙ, бик яҡшы, ти белгестәр.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: