Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 10:30

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булыусыларҙы туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Төбәк етәксеһе соцселтәр сәхифәһендә ошолай тигән: - Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында ике фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Фажиғәлә ике оло кешенең һәм биш баланың ғүмерҙәре өҙөлгән. Тағы ике баланы ғаилә башлығы уттан алып сыҡҡан һәм кире өйгә ингән, тик үҙен ҡотҡара алмаған.  

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булыусыларҙы туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты
Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районында янғында һәләк булыусыларҙы туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

 Беҙ фажиғәнең сәбәптәрен урында асыҡлаған оператив штаб булдырҙыҡ. Уны БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Ирек Хәйривара улы Сәғитов етәкләне. Ерләүҙе һәм башҡа кәрәкле сараларҙы беҙ үҙ өҫтөҡбөҙгә алдыҡ. Һәләк булыусыларҙың ҡалған балалары хаҡында хәстәрлек күрербеҙ. Тейешле күрһәтмә Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бирелгән. Мин шулай уҡ күрше фатирҙа йәшәүселәргә килтерелгән зыян күләмен асыҡларға һәм уларға ярҙам итергә ҡуштым.

Янғында һәләк булыусыларҙы туғандары һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в