Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноября 2022, 17:28

Радий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланы

Белореттарҙың "Офоҡты артыл" паркы проекты BLT Built Design Awards 2022 конкурсында "Ландшафт" номинацияһында еңеү яулап, "Алтын Трезини" Халыҡ-ара архитектура-дизайнер премияһының алтын дипломына ла лайыҡ булған. Ошо уңайҙан республика Башлығы белореттарҙы ҡотлап, был ике халыҡ-ара конкурста еңеү беҙҙең йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән ҙур планканы тағы бер тапҡыр раҫланы, тип белдерҙе.

Радий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланыРадий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланы
Радий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланы

 - Хәтерегеҙгә төшөрәм, "Офоҡто артыл" проекты - 2020 йылғы Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәренең береһе, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. - Уны тормошҡа ашырыр өсөн федераль грант бүленде. Проекттың төп маҡсаты - Белореттың мәҙәниәт һәм ял паркын, йылғаның яр буйҙарын төҙөкләндереү. Авторы - Orchestra Design студияһы, кураторы - Башҡортостан ҡалаларын үҫтереү институты. Белорет халҡының ҡатнашыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Был бик мөһим - биләмәләрҙе төҙөкләндереүҙә һәр ваҡыт халыҡтың фекере иҫәпкә алынырға тейеш. Белорет халҡын һәм ҡатнашыусыларҙы еңеү менән ҡотлайым!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Радий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланы
Радий Хәбиров белореттарҙы еңеү менән ҡотланы
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас