Указға ярашлы, сикләү саралары Мишкә районының Оло Соҡаяҙ ауылында Людмила И. шәхси ярҙамсы хужалығы биләмәһендә индерелә. Хайуандарҙың ҡотороҡ сире таралыуына юл ҡуймау һәм уны бөтөрөү өсөн карантин кәрәк. Сикләү 15 ноябрҙән ғәмәлдә.
Хәҙер карантин зонаһында Дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре генә эшләй. Эксперттар эпидемиологик сығанаҡты һәм хайуандарҙы кәмендә 10 көн күҙәтеп барасаҡ. Карантин иғлан итеү тураһында указ 18 ноябрҙән үҙ көсөнә инә.
Фото: Т. Аманов