Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 08:45

Көн торошо

Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә һауа торошо менән таныштырҙы.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн, 18 ноябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡ-көнбайышта уртаса, көндөҙ епшек ҡар, урыны менән көслө, айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә  – 5–10 градус, төньяҡ-көнсығышта 13–18, көндөҙ – 1–6 градус һалҡын.

 

Шәмбе, 19 ноябрҙә, епшек ҡар яуа, көндөҙ төньяҡта яуым-төшөмһөҙ. Айырым райондарҙа тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 3-8 градус һалҡын, төньяҡ-көнсығышта 13 градусҡаса һалҡын, көндөҙ – 0–5, төньяҡ-көнсығышта 10 градусҡа тиклем һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: