Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь , 11:30

Өфөнөң ике паркында Яңы йыл шыршылары ҡуйылды

Өфөнөң ике паркында Яңы йыл шыршыларын ҡуйҙылар ҙа инде. Был хаҡта үҙенең Телеграм-каналында ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

Өфөнөң ике паркында Яңы йыл шыршылары ҡуйылды
Өфөнөң ике паркында Яңы йыл шыршылары ҡуйылды

Бер шыршы – Сипайлово биҫтәһендәге Ҡашҡаҙан паркына, икенсеһе Дим паркына ҡуйылған. Шулай уҡ Өфө мэры ҡала халҡына халыҡтан һорау алыуҙа ҡатнашырға һәм оҡшаған шыршыны һайларға тәҡдим итте. Өфөләрҙең 53 проценты «Ҡашҡаҙан» паркында шыршы ҡуйыу өсөн тауыш бирҙе.  47 проценты Дим паркындағы яңы йыл шыршыһын һайлаған.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас в