Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 13:30

Элвин Грей үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе шаҡ ҡатырҙы

Бындайҙы унан бер кем дә көтмәгәйне.

Элвин Грей үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе шаҡ ҡатырҙы
Элвин Грей үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе шаҡ ҡатырҙы

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаусы Өфө йырсыһы Радик Юлъяҡшин үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе «Бухой» тигән яңы йыры менән шаҡ ҡатырҙы. Ул трек төшөргән видеояҙманы социаль селтәргә һалған.

 

«Пошел на лево» кеүек үк шаян йыр. Ул тиҙ арала яҙылды», – тип аңлатты башҡарыусы.

 

Әммә ҡайһы берәүҙәр уның шаяртыуын кире баһаланы. Социаль селтәр ҡулланыусылары музыкантты тәнҡитләне.

 

«Радик Грей яғынан быны мыҫҡыл итеү тип иҫәпләйем. Был күренеш – Ватанды һаҡлаусыларға, йәштәргә төкөрөп ҡарау! Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе, оят түгелме?» – тип асыуланды республикала йәшәүсе ҡатын.

 

Күп кенә комментарий авторы, яңы тректа музыка матур, тигән фекер менән килешә, әммә башҡа һүҙҙәрҙе һайлап алып, эскелек темаһына ҡағылмаҫҡа кәрәк ине, тигән фекерҙә. Хәйер, ҡайһы бер табыныусылар Элвин Грейҙың ижадын хупланы.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: