Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 23:30

Әбей "киленен" ҡотҡарыр өсөн аҡсаһын йәлләмәгән

Киске сәғәт биш тирәһендә Өфөлә йәшәгән 85 йәшлек әбейгә билдәһеҙ ҡатын илап шылтыратып, килене булып һөйләшкән, йәнәһе лә, ул аварияға сәбәпсе булған да, хәҙер уға ҙур сумма аҡса талап ителә. Килене өсөн борсолоуҙан әбейҙең, хатта йөрәге сәнсә башлаған... 

Әбей "киленен" ҡотҡарыр өсөн аҡсаһын йәлләмәгән
Әбей "киленен" ҡотҡарыр өсөн аҡсаһын йәлләмәгән
 

Артабан пенсионер менән әңгәмәне ялған "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре" дауам иткән: "Әгәр ҙә мәгәр аҡса тапмаһағыҙ, киленегеҙгә ҡарата енәйәт эшен асырға тура киләсәк". Әбей, әлбиттә, дауаханаға эләккән килененә финанс ярҙам күрһәтергә әҙер булыуын белдергән. Муттарҙың ҡушыуы буйынса ул һабын, япма, эске кейем, таҫтамал, бәҙрәф ҡағыҙы һәм 100 мең һум аҡса әҙерләп көтөп торған. Сумканы билдәһеҙ ҡатын алып сығып киткәс кенә әбей килененә шылтыратып, уның бер ниндәй ҙә аварияға тарымауын белгән...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: