21 сентябрҙә иретеп йәбештереүсе цех мастерынан лонжерондарҙы йыйып иретеп йәбештерергә тигән бойороҡ ала. Төштән һуң эш стенды янында иретеп йәбештереүсегә ярҙам иткән слесарға барабандарҙы таҙартыу менән шөғөлләнергә ҡушыла. Иретеп йәбештереүсе ярҙамсыһын юғалтырға теләмәй, һөҙөмтәлә мастер менән һүҙгә килешә. Конфликт көс ҡулланыуға тиклем барып етә. Иретеп йәбештереүсенең тимер монтировка менән һелтәнеүенә яуап итеп, мастер уға йоҙроғо менән һуға. Һөҙөмтәлә эшсе иҙәндә ятҡан суйын плиткаға башы менән барып төшә. Зыян күреүсене дауаханаға алып китәләр, икенсе көндө ул комаға китә, ә 27 сентябрҙә вафат була.
Мастерға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ләкин Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы вәкилдәрехеҙмәткәрҙең һәләк булыуы заводтағы производство менән бәйле бәхетһеҙ осраҡ булараҡ квалификациялауҙан азат итмәй, тип иҫәпләй. Сөнки иретеп йәбештереүсе үҙенең эш урынында булғанда эштәге килешмәүсәнлек һөҙөмтәһендә тән йәрәхәттәре алған.
Фото: Т. Аманов