Ошо көндәрҙә Семеновский ауылында "Беҙ бергә!" тигән патриотик концерт ойошторолдо. Ауыл хакимиәте башлығы Рәсүл Сәлимов халыҡты тәбрикләп, һәр заманда ла берҙәмлектең мөһим булыуын билдәләне.
Автоклуб сәхнәһенән хәрби, батырҙар, тыуған ил тураһында йырҙар йырланды. Илдар Абдуллиндың "Бөркөт булып оса башҡорттар" йырының премьераһы ла яңғыраны.
Әйткәндәй, күп функциялы күсмә клуб "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында алынған. Автоклубта мәҙәни сара ойоштороу өсөн бөтә нәмә бар.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы.