Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 15:11

Асыҡ тәҙрә янында һаҡ булығыҙ!

Һуңғы арала асыҡ тәҙрәләр күп кенә бәлә килтерҙе...

Асыҡ тәҙрә янында һаҡ булығыҙ!
Асыҡ тәҙрә янында һаҡ булығыҙ!

Бер нисә көн элек яңылыҡтар таҫмаһында бер-бер артлы балаларҙың тәҙрәнән ҡолап имгәнеүе тураһында хәбәр килһә, өлкән кешеләрҙең бейектән ҡолап, һәләк булыуын да ишетеп торабыҙ.

Кисә төндә Нефтекама ҡалаһында бейек йорт янында бер ир мәйете табылған. Саҡыртыуға тиҙ килеп еткән табиптар ирҙең юғарынан ҡолап төшөүҙән үлеүен белдергән. Фажиғәгә тиклем ул етенсе ҡатта булған. Әлегә быны бәхетһеҙ осраҡ тигәндәр. Тикшереү бара.

Асыҡ тәҙрә янында, зинһар, һаҡ булығыҙ.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: