Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Ноябрь 2022, 09:00

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

7-14 ноябрҙарға ҡарай Башҡортостанда айырыуса ҡыяр, картуф һәм помидор ҡиммәтләнгән.

Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан
Аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан

Ошо аҙыҡ-түлеккә  хаҡтар уртаса 7,1–3,8% артҡан һәм килограмы 84,87 һум, 26,69 һум, 113,99 һум тәшкил иткән. Башстат баҫтырып сығарған мәғлүмәттәр ошо хаҡта һөйләй.

 

Шулай уҡ һуғандың һәм ҡара сәйҙең хаҡы һиҙелерлек артҡан. Был продукттарға хаҡтарҙың үҫеше 2,5-2,8% тәшкил итте.

 

Бер аҙнала балалар өсөн емеш-еләк һәм ит консервалары осһоҙланған - ошо аҙыҡ-түлеккә минус 3%. Хәҙер улар 487,77 һум һәм 984,87 һум тора.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: