Полиция лейтенанты Эльвир Ғәзизов һәм полицияның өлкән лейтенанты Вадим Әминев 13 ноябрҙә кискеһен Өфө – Ырымбур трассаһында водительгә ярҙам итә.
Билдәле булыуынса, төндә Өфө – Ырымбур трассаһының икенсе саҡрымында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре юлда туҡтап торған Opel Astra автомобилен күреп ҡала. Асыҡланыуынса, водителдең яғыулығы бөткән һәм телефоны һүнгән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре водителгә автомобилде хәүефһеҙ урынға күсерергә, шулай уҡ яғыулыҡ алып килергә ярҙам иткән.
Егет хеҙмәткәрҙәргә ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте. ЮХХДИ башлығы шулай уҡ коллегаларына хеҙмәт бурысын лайыҡлы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Фото: Т. Аманов