+15 °С
Болотло
Төш мәлендә Благовар районында, Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1389-сы саҡрымында, Мәскәүҙән 53 йәшлек ир "Renault Duster" машинаһында, фаразлауҙарынса, ҡаршы һыҙатҡа сығып, "Higer" автобусы менән бәрелешкән. Үлемесле йәрәхәттәрҙән кроссовер водителе йән биргән. Ул хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгән булған. Автобус пассажирҙары зыян күрмәгән.
Был фажиғә буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.