Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 1 октябрҙән алып илебеҙҙә цифрлы водитель таныҡлығын файҙаланыу буйынса проект эшләй. Экспериментҡа ярашлы, һәр водитель «Госуслуги. Авто» ҡушымтаһын телефонына тейәп, шунда теркәлә һәм ЮХХДИ хеҙмәткәренә QR-кодты күрһәтә ала. Әммә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә QR-код тураһында бер ни ҙә яҙылмағас, ЮХХДИ хеҙмәткәре водителде административ яуаплылыҡҡа тарттыра ала. Шуға ла, ҡушымтаны законлы рәүештә раҫлағанға тиклем, таныҡлыҡты үҙең менән йөрөтөргә кәрәк.
Әйткәндәй, Интернет булмаған урындарҙа ла ЮХХДИ хеҙмәткәре планшет аша һеҙҙең QR-кодты ҡарап, мәғлүмәттәрҙе тикшерә алмаясаҡ һәм ҡағыҙ документ талап итәсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.