Беләһегеҙ, һуңғы йылдарҙа фәнде үҫтереү йәһәтенән беҙ алға табан ышаныслы рәүештә атлайбыҙ. Тағы ла ҙурыраҡ үҫештәр өсөн баш ҡалалағы ике ҙур вузды – Башҡорт дәүләт һәм Өфө авиация техник университетын ҡуштыҡ.
“Беҙҙең уңыштарҙың локомотивы, әлбиттә Евразия ғилми-мәғариф үҙәге. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары донъя фәне картаһында яҡшыраҡ күренә башланы. Беҙ ҙур федераль проектты ғәмәлгә ашырабыҙ – вуз-ара кампус төҙөй башлайбыҙ, республикала Өфө фән һәм технологиялар университеты барлыҡҡа килде. Ике йыл дауамында ғилми-мәғариф үҙәгенең йәштәр лабораториялары эшләй, ҙур сәнәғәт предприятиелары менән партнерлыҡта Алдынғы инженерҙар мәктәбе эшләй башланы.
Рейтинг эксперттары беҙҙең республиканың фәнгә ярҙам сараларын да билдәләне. Статистика менән бәхәсләшеп булмай – төбәктә ғилми хеҙмәткәрҙәр һаны артты, предприятиеларҙың фәнни эштәренә йүнәлтелгән средстволар күбәйҙе, фәндән сәнәғәткә күберәк технология тапшыра башланыҡ. Йәш ғалимдарыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙ өсөн стажировка үтеү һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 200 миллион һум бүлеүебеҙ ҙә мөһим. Мәсьәләнең социаль яғын да онотманыҡ”, – тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Фәрит улы.
Фото: vk.com