Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 11:15

Нуриман районында кәмә түңкәрелгән

Кисә Ҡыҙылъяр ауылы янында йылғала кәмә түңкәрелеп, кешеләр боҙло һыуға сумған. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, полиция хеҙмәткәрҙәре һәм "Тиҙ ярҙам" килеп етеүгә, улар үҙ аллы ярға йөҙөп сыҡҡан.

Нуриман районында кәмә түңкәрелгән
Нуриман районында кәмә түңкәрелгән

Биш урынлыҡ кәмәлә өс ҡатын һәм өс ир булған. 1967 йылғы ҡатын Нуриман дауаханаһына оҙатылған, тикшерелгәндән һуң өйөнә ҡайтарылған. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: