Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 17:58

Мобиль бригада Өфө ҡалаһы предприятиеларында булды

Өфөлә «Ашығыс экспорт ярҙамы» (СК) мобиль бригадаһы төрлө форматтағы быяла һауытты биҙәү буйынса махсуслашҡан, сәнәғәттең бөтә өлкәләре өсөн мотор һәм техник майҙар, майлағыс материалдар һәм шыйыҡсалар етештереү менән мәшғүл предприятиеларҙа булды.

Мобиль бригада Өфө ҡалаһы предприятиеларында булды
Мобиль бригада Өфө ҡалаһы предприятиеларында булды

2021 йылдың февраленән ашығыс экспорт ярҙамы проекты буйынса  мобиль бригадалар төбәктең 223 компанияһына 65 тапҡыр барған. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

– Төбәк предприятиеларынан «Ашығыс экспорт ярҙамы» саҡырыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Мобиль бригада баш ҡаланың бер нисә компанияһына барып ҡайтты. Компаниялар менән бындай эшҡыуарҙарыбыҙҙы экспортҡа йүнәлтергә, консультация ярҙамы, тышҡы баҙарға сығыу өсөн тәүге аҙымдар буйынса кәңәштәр бирергә, сығымдарҙы ҡыҫҡартыу һәм ошо эш йүнәлешенең һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдарын күрһәтергә ярҙам итә. Таможня-иҫәп палатаһының эш йомғаҡтары буйынса предприятиелар халыҡ-ара маркетплейстарҙа урынлаша, сит илдәрҙә бизнес-миссияларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, - тип аңлатма бирҙе Маргарита Болычева.

 

Фото: Т. АМАНОВ. 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: