+14 °С
Болотло
Һуған турағанда иламаҫ өсөн... һағыҙ сәйнәгеҙ.
Ҡан туҡтамаһа, яраға шәкәр йә шәкәр ҡомо һибегеҙ. Бактериялар шәкәрле мөхиттә тиҙ үлә.
Әгәр ҙә берәүгә яңылыш смс ебәрһәгеҙ, тиҙ генә (бик тиҙ) авиарежимға күсә һалығыҙ. Был осраҡта смс китмәйәсәк һәм һеҙ уны юя алаһығыҙ.
Кеше алдында илағығыҙ килмәһә, телегеҙҙе аңҡауға ҡыҫығыҙ.
Әгәр ҙә исемдәрҙе хәтерҙә ҡалдыра алмайһығыҙ икән, кеше менән күрешкәндә, уның исемен бер-нисә тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Телефонығыҙ тиҙерәк зарядка йыйһын, тиһәгеҙ, уны авиарежимға күсерегеҙ.
Әйткәндәй, әгәр ҙә кәйефегеҙ юҡ икән, бер минут йылмайып тороғоҙ. Бындай ысул мейелә бәхет гормондарын бүлеп сығарыу процесын әүҙемләштерә. Һөҙөмтәһен күрерһегеҙ.