Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 15:29

Кейенгәнбеҙ бер иштән...

Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов мәктәптәрҙә берҙәм форма булдырыуҙы ҡанун менән нығытырға тәҡдим итә.

Кейенгәнбеҙ бер иштән...
Кейенгәнбеҙ бер иштән...

Был турала министр РФ Дәүләт Думаһындағы Хөкүмәт сәғәтендә сығыш яһағанда белдергән.

“Киләсәктә бергәләп, беренсенән, рус телен дәүләт теле булараҡ өҫтәмә статус менән тәьмин итеүҙе, икенсенән, мәктәп формаһын инлдереүҙе (һәр мәктәп ниндәй форма һайлауын үҙе хәл итә), өсөнсөнән, уҡытыу системаһы менән идара итеүҙең һөҙөмтәһен күтәреү өсөн мәктәптәрҙе муниципаль кимәлдән төбәккә биреүҙе ҡануни нығытыу мөһим, тип һанайбыҙ”, – тигән Кравцов әфәнде.

Тиҙҙән ошо тәҡдимдәргә бәйле закондар сығасаҡ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: