Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 09:40

Көн торошо

Башгидрометүҙәк синоптиктары алдағы ике көнгә һауа торошона фараз яһаны.

Көн торошо
Көн торошо

17 ноябрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ – 4–9 градус, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 14 градусҡа тиклем һалҡын.

 

18 ноябрҙә бер аҙ ҡар яуа, көндөҙ епшек ҡар яуыуы ихтимал. Төндә төньяҡ-көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә – 5–10, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа 11–16 градус һалҡын. Көндөҙ – 0–5 градус, республиканың төньяҡ-көнсығышында 10 градусҡа тиклем һалҡын.

 

Фото: Т. Аманов

 

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: