Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 21:00

Инәйҙәрҙең яҙған изге хаты

Инәйҙәрҙең яҙған изге хаты - Яугир йөрәгенә - юл япрағы! Ойоҡбаштар тыуған яҡтан килгән, Ниндәйе юҡ! Һоро, Ҡараһы, Ағы!   Ойоҡбашҡа тағылып килгән сәләм Яугир йәнен һаҡлар бетеү үҙе. Атайҙарҙың ҡарап ҡалған күҙе, Әсәйҙәрҙең юлға әйткән һүҙе.   Тыуған ил намыҫы, өмөтө һеҙ, Иҫән генә йөрөп, һау ҡайтығыҙ! Ут-һыуҙарҙан һеҙҙе алып сыҡһын Ғәм алдында биргән хаҡ антығыҙ!   Ә хатығыҙ... Кире әйләнеп ҡайтҡан Һаҡланһындар хәтер булып ерҙә! Тыныс атһын киләсәктә таңдар, Һуғыш уты тоҡанмаһын бер ҙә!   Инәйҙәрҙең ҡулы яҙған хаттар - Бетеү булып һеҙҙең йәнде һаҡлар. Ойоҡбашҡа тағылып килгән сәләм - Һау ҡайтығыҙ! Шуны көтә ғәләм.   Гөлназ Ҡотоева

Инәйҙәрҙең яҙған изге хаты
Инәйҙәрҙең яҙған изге хаты

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: