Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 13:17

Филармонияла – яңы етәксе

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына яңы директор тәғәйенләнде.

Филармонияла – яңы етәксе
Филармонияла – яңы етәксе

Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илшат Фәхертдинов.

Илшат Мәғәфүр улы Санкт-Петербургтағы дәүләт академияһының "эстрада режиссеры" бүлеген тамамлағас, ижади хеҙмәт юлын тап ошонда башлаған. Филармонияла эшләгән йылдарында төрлө кимәлдә 50 проектты ғәмәлгә ашырған. 2017 йылда “Башҡортостан” дәүләт концерт залына баш режиссер булып эшкә күскән. Ун йылдан ашыу Президент Яңы йыл шыршы байрамын ҡуйған, күп сарала режиссер булған.

Фото: БДФ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: