Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноябрь 2022, 16:06

Башҡортостан табиптарына рәхмәтлеләр

Запорожск өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы   Евгений Балицкий Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерҙе. 

 

Запорожск өлкәһендә Башҡортостандан 4-се медицина бригадаһы  эшен тамамлай. Бер ай эсендә беҙҙең табиптар өлкә халҡына  медицина ярҙамы күрһәтте. Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, гинекологтар,  урологотар, нейрохирургтар һәм башҡа белгестәр 700 консультация үткәрҙе, 1200 тамамланған клиник осраҡты ҡараны, 240 операция эшләне.

Әлеге ваҡытта төбәктә  медицина персоналы етмәй, Запорожье дауаханалары медицина ҡормалдарына мохтажлыҡ кисерә.

Евгений Балицкий Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павловҡа, күсмә бригаданың етәксеһе Урал Абдуллинға һәм Запорожье халҡына медицина ярҙам күрһәткән  барлыҡ табиптарға һәм шәфҡәт туташтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: