Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Ноября 2022, 04:36

Башҡорт батальонына ярҙам барып еткән

БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов ЛНР-ҙа командировкала. Ошо көндәрҙә ул беҙҙең табиптар һәм юлсылар менән Александр Доставалов исемендәге батальонға посылкалар алып барған.

Башҡорт батальонына ярҙам барып еткәнБашҡорт батальонына ярҙам барып еткән
Башҡорт батальонына ярҙам барып еткән

Әле яҡташтарыбыҙ Запорожьела - алғы һыҙыҡтарҙа.

Батальон командиры кәрәк-яраҡтар исемлеге төҙөгән, уны командировкалағылар Ростовҡа барып алған һәм дүшәмбелә һалдаттарға тапшырған. Посылкала кейем-һалым, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек бар.

Азамат Абдрахманов әйтеүенсә, тип яҙа "Башинформ", урындағы хакимиәт менән килешелгәнсә, дауаханала Башҡортостан һалдаттары өсөн 25 урын булдырылған.

Егеттәр ярҙам өсөн ҙур рәхмәт әйткән. Һынатмаясаҡтарын белдергән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас