-4 °С
Болотло
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, республикала йыл һайын 2500 ошондай сабый донъяға килә.
Әлеге көндә республикала етлекмәй тыуған балаларға Республика перенаталь үҙәгендә, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында, 3-сө бала табыу йортонда һәм тағы бер нисә медицина ойошмаһында юғары квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙың иң бәләкәй кәүҙә ауырлығы 430 г тәшкил иткән. Ул 2022 йылдың башында Республика перенаталь үҙәгендә донъяға килгән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.