Иҫке ФАП алыҫ 60-сы йылдарҙа уҡ һалынған булған. Әлбиттә, яңыһы халыҡҡа күпкә уңайлы. Бина барлыҡ коммуникацияға тоташтырылған, санузел һәм йылы һыуы ла бар. Ауылда 400-ләп кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе ФАП-ты тантаналы асыуҙа ла ҡатнашты.
Әйткәндәй, үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Айрат Ғәлимйәнов һүҙҙәренсә, быйыл төбәктә тағы өс ФАП барлыҡҡа киләсәк.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәтенән.