Кисә “Рәсәй транспорты” халыҡ-ара форумында РФ Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостан стенды менән танышты. БР Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров уға юл-транспорт проекттары тураһында һөйләне. Тиҙҙән иң мөһим проекттарға арналған кәңәшмә үтәсәк.
Шулар араһында “Сибай – Сара” тимер юлы төҙөлөшө. 170 саҡрым арауыҡтағы тимер юлы йылына 10 млн тонна самаһы төҫлө металл ташыуға булышлыҡ итәсәк. Был юл Урта һәм Төньяҡ Урал төбәген Ҡаҙағстан, Урта Азия, Ҡытай, Түбәнге Волга, Кавказ менән бәйләйәсәк. Ҡаҙағстан менән сиккә тиклемге ара 250 км-ға ҡыҫҡарасаҡ.
Тағы бер проект бар: “Өфө тимер юл ҡулсаһы”. Кәңәшмәлә уның Дим – Иглин участкаһында икенсе тотош һыҙат төҙөлөшө тураһында һөйләшәсәктәр.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.