-10 °С
Болотло
Киске сәғәт унынсыла Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылында 38 йәшлек ир "Лада Веста" машинаһында гаражға барып бәрелгән. Водитель менән уның 49 йәшлек пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Тағы ла бер 42 йәшлек пассажир ауыр йәрәхәтләнгән, ул дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара, бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.
Фото: БР ЮХХДИ.