Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Ноябрь 2022, 21:00

ТОРНАЛАР ОСҠАН САҠТА

Йыйылышып оса торналар, Һынауҙары төшкәс иңдәргә. Һағынырҙар инде еркәйҙәрен, Алыҫ, йыраҡ илдәрҙә. Көҙ буянып һары буяуҙарын, Һағыш төҫөн һалды кемдәргә... Ышанмағыҙ миҙгел нағышына, Ваҡытлыса ямғыр көндәргә... Оран һалып китте торналар, Вәғәҙә биреп кире ҡайтырға. Һеҙҙе көтә тыуған ояғыҙ, Именлектә үтһен юлығыҙ. Ҡаурый ғына ҡалды Ергә ятып. Күкрәгемә ҡыҫтым Һағайып... Килер яҙҙар, Атыр таңдар, Яҙҙар менән ҡайтыр йәрҙәр, Онотолор моңһоу көҙҙәр. А. Әбсәләмова  

ТОРНАЛАР ОСҠАН САҠТА
ТОРНАЛАР ОСҠАН САҠТА

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: